“НАРКОТИКҺЫҘ ҠАЛА”, наркоманияны иҫкәртеү, үҫеп килгән быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу маҡсаты м‑н булдырылған төбәк ижт. ойошмаһы. Өфөлә 2001—12 йй. эшләй. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: наркотиклы матдәләрҙең тәьҫире һәм ҡулланыу эҙемтәләре, уларға бәйле ауырыуҙарҙың сәбәптәре һәм төрҙәре, һауығыу юлдары (листовкалар таратыу, матбуғат конференциялары үткәреү һ.б.); соц. һорау алыу үткәреү; наркотиктар һатылған урындар т‑да мәғлүмәт йыйыу һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына еткереү; балалар һәм йәштәрҙең буш ваҡытын ойоштороу (кон‑ ференциялар, диспуттар, спорт ярыштары, һүрәт конкурстары, музыка фестивалдәре һ.б. үткәреү). “Город без наркотиков” (“Наркотикһыҙ ҡа‑ ла”) тигән айлыҡ гәз. нәшер итә. 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика