НАПАЛКОВ Валентин Васильевич (30.7.1941, Горький ҡ.), математик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1990), БР ФА акад. (1991), физика‑матем. ф. д‑ры (1977), проф. (1980). Горький ун‑тын тамамлағандан һуң (1964), шунда уҡ эшләй. 1971 й. алып Матем. ин‑тында, 1972 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1978 й. — комплекслы анализ бүлеге мөдире, 1988 й. — дир., 2015 й. алып функциялар теорияһы бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1972 й. алып БДУ‑ла уҡыта, 1987 й. — функциялар теорияһы һәм функцио‑ наль анализ каф. мөдире, 1991—93 йй. БР ФА‑ның вице‑президенты, 2006— 11 йй. Физика‑матем. һәм техник фәндәр бүлегенең акад.‑секретары, 1996 й. алып ӨДАТУ‑ла матем. махсус бүлектәре каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге комплекслы анализ теорияһы һәм уның ҡушымталарына арналған. Н. тарафынан голоморф функцияларҙың көпшә кеүек күмәклектәрҙә дауам ителеүе т‑дағы теоремаһы иҫбатлана, күп үлсәүле арауыҡтарҙағы төрөлөү тигеҙләмәләре мәсьәләләрен сисеүҙең эффектив ысулы эшләнә. Күп үлсәүле комплекслы анализ б‑са ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы. 130‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (1999).

Х е ҙ м.: Уравнения свёртки в многомерных пространствах. М., 1982.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика