НАНОСТРУКТУР МАТЕРИАЛДАР к ү л ә м л е, бөртөктәренең йәки башҡа структура берәмектәренең уртаса үлсәмдәре 100 нм кәм булған поликристаллик материалдар. Н.м. аҫтан өҫкә (наноүлсәмле өлөшсәләрҙе атомлап йыйып йәки туплап) йәки өҫтән аҫҡа табан (структураны бүлеп йәки тиң булмаған ҡаты аморф иретмәнән дисперслы өлөшсәләрҙе айырып алыу) формалаштырыла. БР‑ҙа 20 б. 90‑сы йй. башынан Материалдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында һәм ӨДАТУ‑ла Н.м. интенсив пластик деформация ярҙамында алыу б‑са эштәр башлана. Был ысул ҙур пластик деформацияларҙы (бер нисә тиҫтә—йөҙ берәмек) юғары баҫым шарттарында (бер нисә ГПа тиклем) һәм сағыштырмаса түбән деформация т‑раларында (Р.З.Вәлиев, Н.А.Красильников, Р.Р.Мөлөков, Н.К.Ценев, Н.А.Әхмәҙиев) тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Алынған Н.м. артабан тикшереү (И.В.Александров, Вәлиев, Р.Ҡ.Исламғәлиев, А.Ә.Назаров) уларҙағы бөртөктәрҙең үлсәмдәре бер нисә тиҫтә—йөҙ нм булыуын, уларҙа таралыу спектры күбеһенсә юғары мөйөшлө һәм индерелгән бөртөктәр сиге дислокацияларының тығыҙлығы юғары булыуын, өс үлсәмле тигеҙ булмаған үҫешкән бөртөктәр сиге селтәре булыуын күрһәткән. Үҙенсәлекле микроструктура ныҡлыҡтың артыуына (Р.М.Имаев, Р.О.Ҡайбышев, В.В. Столяров), түбән т‑ралы һәм/йәки тиҙлеге юғары булған үтә һығылмалылыҡҡа (О.Ә.Ҡайбышев, Исламғәлиев), арыу сигенең көсәйеүенә (В.С.Жернаков), туҙыуға сыҙамлы булыуға (Л.Ш.Шустер), ҡайһы бер осраҡтарҙа, пластик деформацияның парадоксына — пластик деформация дәрәжәһе артыу м‑н бер үк ваҡытта ныҡ һәм һығылмалы булыуҙың артыуына (Александров, Вәлиев), структураға бәйләнешһеҙ тип иҫәпләнгән фундаменталь физик үҙенсәлектәрҙең, мәҫ., Дебай т‑раһының, үҙгәреүенә (Мөлөков) килтерә. 2008 й. күләмле наноструктур хәлдәр таҙа металдарҙа (баҡыр, титан, алюмин, никель, молибден, вольфрам һ.б.) һәм уларҙың иретмәләрендә формалаштырылған. Тигеҙ каналлы‑мөйөшсә преслау (Г.И.Рааб, Ф.З.Үтәшев), бөтә яҡлап сүкеү (Г.А.Салищев) юлы м‑н, ш. иҫ. традицион деформация‑термик һәм термик эшкәртеү ысулдарын бергә ҡулланып (В.В.Латыш), интенсив пластик деформация ысулдары м‑н алынған әҙерләмәләрҙең һыҙыҡлы үлсәмдәре тиҫтәләрсә сантиметрға барып етә. ӨДАТУ‑ла сит ил ғалимдары м‑н берлектә күләмле наноструктуралы титандан теш имплантанттарының тәжрибә өлгөләре эшләнгән. Шулай уҡ ҡара: Металдарҙы термик эшкәртеү.

Әҙәб.: В а л и е в Р.З., А л е к с а н д р о в И.В. Объёмные наноструктурные металлические материалы. М., 2007. 

И.В.Александров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика