МЫЗДРИКОВ Алексей Матвеевич (19.3.1903, Воронеж губ. Черниговка а. — 2.2.1983, Өфө), инженер- механик. Проф. (1960). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1967). М.В.Ломоносов ис. Мәскәү механика ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) “Двигатель Революции” з‑дында (Түб. Новгород ҡ.), 26‑сы авиация з‑дында (Рыбинск ҡ.) эшләй; 1941 й. алып Өфөлә: 26‑сы Дәүләт з‑дында баш инженер (1942 й. тиклем, 1946—52 йй.), баш технолог (1942—46 йй.), бер үк ваҡытта ӨАИ уҡытыусыһы. 1952 й. алып Мәскәүҙә: 300‑сө авиамоторҙар тәжрибә з‑дында, 1954 й. — авиация технологиялары ҒТИ‑нда, 1955 й. — СССР Авиация сәнәғәте министрлығының техник идаралығында баш инженер. 1957—61 йй. БАССР ХХС‑ы Авиация һәм маши‑ налар эшләү сәнәғәте идаралығы нач., бер үк ваҡытта 1957—82 йй. ӨАИ‑ла (1975 й. тиклем машиналар эшләү технологияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге авиатөҙөлөш технологияһы һәм етештереү процестарын проектлауҙы автоматлаштырыу проблемаларына арналған. М. етәкс. һәм уның ҡатнашлығында авиация двигателдәрен сериялы етештереү үҙләштерелгән, технологик процестар (деталдәрҙе туҡтауһыҙ эшкәртеү ысулы, йоҡа шымартыу һәм ышҡып яраштырыу, пневмохонингылау), махсус йыһаздар, станоктар һ.б. уйлап табылған һәм индерелгән. Башҡ-н Ғилми‑техник йәмғиәтенең өлкә советы рәйесе (1963—66). Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1936), Ҡыҙыл Йондоҙ (1941) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Г.Ю.Мыздрикова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке