МУХАРСКИЙ Энвер Давыдович (8.6.1928, Белорет ҡ.), тау инжене‑ ры. Техник ф. д‑ры (1974), проф. (1986). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре, ТАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника хеҙм‑ре (1976). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1951) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй. 1959 й. алып Татарстан нефть ҒТИ‑нда лаб. мөдире, бүлек мөдире. 1978 й. алып Мәскәүҙә: СССР Дәүләт планы ком-ты эргәһендәге Бөтә Союз комплекслы яғыулыҡ‑энергетика проблемалары ҒТИ‑нда лаб. мөдире, 1979 й. — бүлек мөдире, 1994—2000 йй. “Рәсәй инновациялы яғыулыҡ‑энергетика компанияһы” АЙ‑нда ген. дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын рациональ эшкәртеү, ҙур нефть һәм газ төбәктәрен үҙләштереү проблемаларына арналған. М. тарафынан БР промыслаларында быраулау ваҡытында булған аварияларҙың сәбәптәре тикшерелә, бәләкәй диаметрлы скважиналар өсөн ҡатламдарҙы һынаусы конструкция эшләнә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971). 

В.Н.Хорошавцева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке