МУЛЛАҒӘЛӘМОВ Марат Сабит улы (7.11.1930, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Урта Сермән а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Сермән а.), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. халыҡты соц. яҡлау хеҙм‑ре (2000). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) ӨМЭЗ‑да эшләй. 1962 й.  алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында, 1963 й. башлап  Стәрлетамаҡ ҡ.: КПСС‑тың ҡала ком‑ты секретары, 1965 й. — хеҙмәтсәндәр депутаттары советы башҡарма ком‑ты рәйесе. 1979 й. башлап БАССР МС‑ы рәйесе урынбаҫары, 1986 й. — “Башнефть” ПБ‑ның ген. дир. урынбаҫары. 1990—91 йй. Йемен Респ. нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү б‑са өлкән инженер. Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе (1997—2015). БАССР ЮС‑ының 8—12‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976, 1981), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

С.Я.Габриелов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке