МӨШТӘРИ Хәмит Мозафар улы (22.7.1900, Ырымбур ҡ. — 23.1.1981, Ҡазан), механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1937), проф. (1938). ТАССР‑ҙың (1940), РСФСР‑ҙың (1965) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. Урта Азия ун‑тын тамамлағандан һуң (Ташкент, 1923) ТАССР мәғариф ХК‑ның Академик үҙәге ғилми секретары (Ҡазан), 1924 й. алып РСФСР Мәғариф ХК‑ның Милли аҙсылыҡтар советында (Мәскәү), 1925 й. — МДУ‑ның Матем. һәм механика ҒТИ‑нда эшләй. 1929—34 йй. һәм 1937—38 йй. Ҡазан пед. ин‑тында, 1930—34 йй. һәм 1938—41 йй. Ҡазан коммуналь төҙөлөш ин‑тының теоретик механика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1934—38 йй. Ҡазан ун‑тының Матем. һәм механика ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 1933—37 йй. Ҡазан авиация ин‑тында теоретик механика каф. мөдире һәм 1934— 37 йй. фәнни эштәр б‑са проректор, 1937—38 йй. һәм 1945—73 йй. Ҡазан химия‑технология ин‑тында теоретик механика каф. мөдире, 1939—44 йй. механика ф‑ты деканы, 1946—72 йй. СССР ФА Ҡазан филиалының Физик‑техник ин‑тында дир. һәм 1946 й. башлап көплөктәр теорияһы бүлеге мөдире, 1976—81 йй. — өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге йоҡа көплөктәрҙең һыҙыҡлы булмаған теорияһына арналған. М. тарафынан көплөктәр механикаһы өлкәһендә ғәмәли мәсьәләләрҙе сисеү б‑са теоретик тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Ҡазан көплөктәр теорияһы мәктәбенә нигеҙ һалыусы. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1970), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1960), “Почёт Билдәһе” (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. 2006 й. ТР ФА уның исемендәге премия булдыра.

Х е ҙ м.: Нелинейная теория упругих оболочек. Казань, 1957 (авторҙ.); Нелинейная теория оболочек. М., 1990.

Әҙәб.: И л ь г а м о в М.А. Профессор Х.М.Муштари. М., 2001. 

М.Ә.Илһамов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке