МӨХӘМӘТШИН Фәһим Баязит улы (28.6.1955, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Иҫәкәй а., хәҙ. БР‑ҙың Ишембай р‑ны), юрист. Юридик ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. юрисы (1999). Полиция ген.‑майоры (2004). СССР ЭЭМ академияһы эргәһендәге Мәскәү юридик ситтән тороп уҡыу филиалының Һарытау бүлексәһен тамамлаған (1981). 1978 й. алып Өфө халыҡ депутаттарының Киров район советы башҡарма ком‑тының эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе, 1985 й. — тәүтикшереү бүлексәһе начальнигы. 1990 й. башлап ӨЮИ‑ла: 1994 й. — енәйәт процесы һәм криминалистика каф. нач., 1998 й. — нач. урынбаҫары, 2003 й. — начальник. Фәнни хеҙмәттәре эске эштәр органдары тәфтиш подразделениеларының эшмәкәрлеген ойоштороу, Рәсәй енәйәт суд эштәрен алып барыу проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Вестник Уфимского юридического института МВД России” ж. баш мөхәррире (2006 й. алып). Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (2010 й. алып). Салауат Юлаев орд. м-н бүләкләнгән (2015).

Х е ҙ м.: Задержание и допрос подозреваемого. Уфа, 1998. 

С.Х.Хәкимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке