МӨХӘМӘТЛАТИПОВ Филор Усман улы (3.4.1946, Өфө), социолог. Социол. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1974). 1970 й. алып ӨАИ‑ла эшләй, 1974 й. — С.М.Киров ис. Өфө телефон аппаратураһы з‑дында соц. хеҙмәт етәксеһе. 1979 й. башлап БДУ‑ла: 1991 й. алып хеҙмәт социол. һәм эшҡыуарлыҡ иҡтисады каф. мөдире, 2013 й. — уҡытыусы, 2015 й. — проф.-консультант. Фәнни хеҙмәттәре йәмғиәттең соц.- иҡт. үҫеше, эшҡыуарлыҡ иҡтисады, хеҙмәт мобиллегенең концептуаль өлгөһөн эшләү мәсьәләләренә арналған. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Трудовая мобильность: концептуальная модель, реальные тенденции, проблемы управления. Уфа, 1990; Актуальные проблемы экономики труда и предпринимательства. Уфа, 2002; Труд и капитал: концептуальная модель, проблемы развития и управления. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке