МӨХӘМӘТЙӘНОВ Самат Әбдрәхим улы (20.6.1949, БАССРҙың Баймаҡ рны Муллаҡай а.), философ, педагог. Пед. ф. канд. (1995), филос. ф. дры (2000), проф. (2002). Магнитогорск пед. интын тамамлаған (1979). 1971—74 йй. Баймаҡ рнының Ҡолсора урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1976 й. алып Сибай ҡ. мәктәпинтернаты дир., 1985 й. — Сибай ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге, 1986 й. — “Совет Башҡортостаны” гәз. редакцияһының бүлек мөдире. 1990—99 йй. һәм 2005 й. башлап БДПУла, бер үк ваҡытта 2006 й. алып Башҡн мәғарифты үҫтереү интында һәм 2009 й. тиклем Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин-тында (Өфөҡ.), 2007—09 йй. Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй ислам унтында эшләй. 1999—2005 йй. Өфөнөң 144се башҡ. гимназияһы уҡытыусыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре этнопедагогика, йәшәү мн үлем филос. проблемаларына арналған. 90дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Многоликий образ смерти. Уфа, 1998; Практическая педагогика. Уфа, 2007 (авторҙ.); Строение мозга и способы работы над текстом. Уфа, 2012 (авторҙ.). 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке