АНТИЦИКЛОН (анти... һәм циклон), үҙәктән периферияға табан яйлап түбәнәйә барған юғары атмосфера баҫымы өлкәһе. Төньяҡ ярымшарҙа һауа сәғәт уғы ыңғайына хәрәкәт итә (һүрәт), Көньяҡ ярымшарҙа — сәғәт уғына ҡаршы һәм ш. уҡ ваҡытта үҙәк өҫтөнә төшә, был ваҡытта һауа динамик рәүештә йылына һәм туйыныу хәленән сыға, ҡоро, аяҙ һәм елһеҙ һауа торошо урынлаша. А. хәрәкәте бер нисә тәүлектән бер нисә аҙнаға тиклем һуҙыла. А. аралаш (циклоник серияның циклондары араһында) һәм йомғаҡлау (циклоник сериялар араһында) төрҙәренә бүленә. А., көнбайыштан көнсығышҡа 30—40 км/сәғ тиҙлеге м‑н күсеп, түбән киңлектәргә тайпыла һәм, көнбайыштан күскән һауа массаларын ҡамап, һүлпәнәйә. Йылдың һалҡын ваҡытында һәм төнгө сәғәттәрҙә т‑ра инверсияһы булыуы, йылы ваҡытта өйкөм болоттар барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ҡышын Башҡортостан терр‑яһы һалҡын материк өҫтөндә формалашыусы Азия А. (уртаса айлыҡ дауамы 15—17 көн) йоғонтоһо аҫтында була. Йәйен респ. терр‑яһында Атлантик океан өҫтөндә барлыҡҡа килеүсе Азор А. армыты тарала. Айырым йылдарҙа Азор А., Рәсәйҙең эске райондарына, ш. уҡ ваҡытта БР терр‑яһына ла үтеп инеп, ҡоролоҡҡа килтерә.

Ф.Ш.Килмәтова

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018