МӨХӘМӘТЙӘНОВ Ирек Зирәк улы (22.1.1959, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Ҡорос а.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) ӨДНТУ‑ла эшләй, 2006 й. алып матем. моделдәр әҙерләү каф., 2007— 10 йй. — иҡтисадта матем. ысулдар һәм финанс каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге техникала һәм тәбиғәт фәндәрендә матем. моделләүгә, иҡт. һәм соц. системаларҙа барған процестарҙың моделдәрен әҙерләүгә арналған. М. тарафынан дисперслы нефть системаларының макроскопик структураһын имитациялаусы моделдәр әҙерләү ысулы һәм дисперслы фаза эволюцияһының матем. моделе уйлап табыла; макромолекуляр ассоциаттарҙың арауыҡ структураһы фракталь булыуы тикшерелә һәм иҫбатлана һ.б. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Структурная организация макромолекулярных ассоциатов в нефтяных средах. М., 2003; Обратные задачи в приложениях. Бирск, 2006 (авторҙ.). 

Т.Ғ.Үмәрғәлин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке