МӨЛӨКОВ Эдуард Инсаф улы (20.12.1937, Силәбе ҡ.), инженер- төҙөүсе, геотехник. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1998). БССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1991), РФ‑тың уйлап табыусыһы (1992). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1961) Өфөлә эшләй: Башҡ‑н ХХС‑ы Төҙөлөш материалдары сәнәғәте идаралығының 1‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығында (1963 й. алып баш инженер), 1966 й. башлап БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм-р, 1969 й. алып бүлек мөдире, 1983 й. — фән б‑са дир. урынбаҫары, 1989 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1977—87 йй. ӨНИ‑лә, 1996 й. башлап БДАУ‑ҙа төҙөлөш һәм архитектура каф. мөдире, 2002 й. алып ӨДНТУ‑ла. Фәнни хеҙмәттәре биналарҙың нигеҙҙәрен һәм фундаменттарын нығытыу проблемаларына, авария хәлендәге биналарҙы, ҡоролмаларҙы диагностикалауға арналған. М. тарафынан инженерлыҡ‑төҙөлөш карсты өйрәнеү ғилеме өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә, карсланыусы тоҡомдарҙың классификацияһы эшләнә. Ул нигеҙ һәм фундаменттарҙың эштән сығыуы сәбәптәренең теоретик нигеҙҙәрен һәм классификацияһын, фундаменттарҙы күп секциялы свайҙар ярҙамында нығытыу, көплө свайҙарҙан торған фундаменттар ҡороу, нигеҙ тупраҡтарын ыҫмалалау ысулдарын, регламенттарын, нормаларын эшләй. М. етәкс. БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең 17 ҡалаһындағы авария хәлендәге 120‑нән ашыу объект тикшерелгән һәм нығытылған. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986). 

Н.Э.Урманшина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке