МӨЛӨКОВ Харис Яҡуп улы (1.10. 1938, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Үрге Ләмәз а. — 28.10.2012, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1961). 1967 й. алып А.‑х. машиналарын эшләү ин‑тында эшләй (Дондағы Ростов ҡ.). 1972 й. башлап БДУ‑ла, 1977 й. — БДПИ‑ла дөйөм физика каф. мөдире. 1986 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2003 й. башлап ӨДАТУ-ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге конденсирланған мөхиттәр физикаһы проблемаларына, наноматериалдарҙы тикшереүгә, нанотехнологияларға арналған. М. тарафынан төрлө ҡушылмаларҙың магнитлы кристалдар анизотропияһына баҫым һәм водород атомдарын индереүҙең тәьҫире өйрәнелә, нанокристаллик структуралы металдарҙың һәм иретмәләрҙең (ш. иҫ. формаһын хәтерҙә ҡалдырыу эффекты булған иретмәләрҙең) үҙенсәлектәре, наноструктураның төрлө магнит үҙенсәлектәренә тәьҫире тикшерелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Влияние структуры сплава Ni2.16Mn0.81Fe0.05Ga на температурную зависимость намагниченности //Доклады Российской Академии наук. 2005. Т.400. №3 (авторҙ.); Thermoelastic martensitic transition and magnetic properties of Ni2.14Mn0.81Fe0.05Ga alloy in different structural states //Journal of Physics Condensed Matter. 2005. Vol. 17 (авторҙ.). 

А.В.Корзников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке