МӨЛӨКОВ Радик Рафиҡ улы (2.5.1951, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Ыҫлаҡ а.), инженер‑физик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), физика‑матем. ф. д‑ры (1997). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1974) СССР ФА Урал фәнни үҙәгендәге Энергетиканың физик‑техник проблемалары бүлегендә эшләй, 1983 й. алып Урал политехник ин‑тында база лаб. мөдире. 1985 й. — ӨАИ‑ла уҡыта; 1987 й. башлап Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1995 й. алып лаб. мөдире, 2006 й. – дир.; бер үк ваҡытта 2012 й. башлап БДУ‑ның наноматериалдар физикаһы һәм технологияһы каф. һәм 2015 й. алып ӨДАТУ‑ның үтә һығылмалылыҡ физикаһы һәм технологияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге метастабиль шыйыҡлыҡтарҙың йылылыҡ‑физик үҙенсәлектәрен, наноструктур материалдарҙың төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. М. тарафынан үтә эҫетелгән шыйыҡлыҡтарҙың йылы һыйышлығы, йылы үткәреүсәнлеге һәм хәл торошо тигеҙләмәһе өйрәнелгән, металдарҙы һәм иретмәләрҙе деформациялау ысулдары м‑н наноструктуралағанда уларҙың физик үҙенсәлектәренең аномаль рәүештә үҙгәреүе күрһәтелгән. М. тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре яңы материалдарҙы уйлап табыуҙа һәм уларҙы эшкәртеү технологияларын эшләгәндә ҡулланыла. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Субмикрокристаллические и нанокристаллические металлы и сплавы. Екатеринбург, 2003 (авторҙ.); Nanostructured Materials //Handbook of Nanoscience, Engineering and Technology. Boca Raton [etc.], 2003 (авторҙ.); Severe Plastic Deformation: Toward Bulk Production of Nanostructured Materials. New York, 2006 (авторҙ.).

А.А.Назаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке