МӨҠСИНОВ Ирек Шәриф улы (26.3.1932, БАССРҙың Дүртөйлө рны Дүртөйлө а., хәҙ. Дүртөйлөҡ., — 1.1.1999, Өфө), юрист, дәүләт эшмәкәре. Юридик ф. канд. (1963), проф. (1997). РСФСРҙың (1989) һәм БРҙың (1997) атҡ. юрисы. МДУны тамамлаған (1955). 1956—59 йй. БАССР МСында эшләй, 1962 й. алып СССР ФА БФ Президиумы ғилми секретары. 1963—94 йй. РФА Дәүләт һәм хоҡуҡ интыныңәскәү) милләтдәүләт мөнәсәбәттәре бса проблемалы төркөм етәксеһе. 1996 й. башлап БР Конституция Суды рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге дәүләт ҡоролошо һәм РФ субъекттарының хоҡуҡи статусы мәсьәләләренә арналған. 50нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ Дәүләт Думаһының 1се саҡырылыш депутаты. Сит ил орд. мн бүләкләнгән. Гимназияға (ҡара: Мөҡсинов И.Ш. исемендәге Яңауыл гимназияһы) һәм Өфөләге урамға М. исеме бирелгән. Ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. БДУның Хоҡуҡ интында уның исемендәге стипендия булдырылған.

Х е ҙ м.: Совет Министров АССР — высший исполнительный и распорядительный орган государственной власти автономной республики. М., 1969; Гражданин и аппарат государственного управления. М., 1977; Государственное управление в СССР в условиях научно- технической революции. М., 1997.

В.Ҡ.Сәмиғуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке