МӨҒӘЛЛИМОВ Фәнзил Мәүләүи улы [13.8.1950, БАССР‑ҙың Байҡыбаш р‑ны Яҡуп а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны)], инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2000). ӨНИ‑не тамамлаған (1972). 1985 й. алып ИПТЭР‑ҙа өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. башлап ӨДНТУ‑ла эшләй: 1994—96 йй. Үткәргес торба системаларын диагностикалау үҙәге дир., 2003—04 йй. алып төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2002 й. алып “Востокнефтегаз” фәнни‑техник фирмаһы ЯСЙ‑ның ген. директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре үткәргес торбаларҙы таҙартыу һәм диагностикалау проблемаларына, ҡурҡыныс тыуҙырған производство объекттарының сәнәғәт хәүефһеҙлегенә, үткәргес торба системалары өсөн норматив һәм техник документация әҙерләүгә арналған. М. ҡатнашлығында үткәргес торбаларҙы парафинлы‑ыҫмалалы ултырмаларҙан этаплап таҙартыу, нефть ғүткәргестәрҙе эстән диагностикалау технологиялары һәм техник саралары (ҡырғыстар һәм поршендәр, “Поиск‑МП”, “Сенсор”, “Поток‑412” приборҙары) эшләнгән. Уйлап табыуҙары БР, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең нефть һәм газ сығарыу пр‑тиеларында индерелгән. 110 фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1983).

Х е ҙ м.: Подводные переходы магистральных нефтепроводов. М., 2000 (авторҙ.); Трубопроводная арматура. 3-е изд., перераб. и доп. Уфа, 2010 (авторҙ.). 

Г.Е.Коробков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке