МОСТАФИНА Светлана Анатольевна (8.4.1967, Һарытау өлк. Татищево эшселәр ҡсб), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2007), проф. (2008). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1989) 1990 й. тиклем шунда уҡ эшләй, 1993 й. алып СДПА-ла уҡыта, бер үк ваҡытта 2008 й. башлап матем. һәм информатика каф., 2009 й. — матем. моделдәр әҙерләү каф. мөдире һәм 2011 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалы физика‑матем. ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре химик процестарҙың һәм реакторҙарҙың матем. моделдәрен әҙерләүгә, программалаштырыуға арналған. М. тарафынан реакция ваҡытында мөхиттең үҙенсәлектәре үҙгәреүен иҫәпкә алған ҡатмарлы каталитик реакцияларҙың матем. моделдәре, каталитик процестарҙы проектлау мәсьәләләрен сисеү өсөн оптималләштереүҙең ҡатнаш алымдары, һанса алгоритмдары һәм программа саралары уйлап табылған; химик процестарҙы сәнәғәт шарттарында үткәреүҙең оптималь режим һәм технологик параметрҙары билдәләнгән. Асыштары “Каучук” ЯАЙ‑нда, Нефтехимия һәм катализ ин‑тында һ.б. индерелгән. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 27 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Моделирование реакций промышленного катализа и определение оптимальных условий их проведения. Уфа, 2006; Теоретико- графовые методы редукции сложных кинетических схем. Уфа, 2013 (авторҙ.). 

С.И.Спивак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.