МОСТАФИН Фәнил Мөхәмәт улы (6.2.1960, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2008), атҡ. нефть‑газ төҙөүсеһе (2012), РФ газ сәнәғәтенең почётлы хеҙм‑ре (2003) һәм РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй, 2004 й. алып газ‑нефть үткәргестәрен һәм газ‑нефть һаҡлағыстарын ҡороу һәм ремонтлау каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2001 й. башлап хужалыҡ иҫәбендәге “Трубопроводсервис” ғилми‑тикшеренеү лаб. етәксеһе. Фәнни тикшеренеүҙәре газ‑нефть үткәргестәрен ҡороу һәм ремонтлау проблемаларына арналған. М. тарафынан ҡатмарлы гидрогеологик шарттарҙа үткәргес торбаларҙың ышаныслылығын, тотороҡлолоғон һәм эшкә яраҡлығын арттырыу, үткәргес торбаларҙы коррозиянан һаҡлау ысулдары уйлап табылған. М. етәкс. тармаҡ норматив‑техник документтар, ш. иҫ. үткәргес торбаларҙың ресурс ҡалдығын билдәләү методикаһы, эшләнә. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең газ‑нефть сығарыу пр‑тиеларында индерелгән. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 70-тән ашыу уйлап табыу, 9 тармаҡ норматив документ авторы.

Х е ҙ м.: Защита трубопроводов от коррозии: в 2 т. СПб., 2005—2007 (авторҙ.); Технология сооружения газонефтепроводов. Уфа, 2007 (авторҙ.); Современные машины для строительства и ремонта газонефтепроводов. Уфа, 2013 (авторҙ.). 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке