АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ, ышҡылыу шарттарында эшләүсе деталдәрҙе, башлыса шыуыу подшипниктары деталдәрен яһау өсөн материалдар. Файҙаланыу шарттарына бәйле А.м. сифатында металдар, иретмәләр, композиттар, керамика һ.б. ҡулланалар. А.м. подшипникты һәм валды ашалыуға сыҙамлы итә, ышҡылыу коэффициентын кәметә, ныҡлыҡ м‑н һығылмалылыҡтың оптималь тура килеүен булдыра, йылыға сыҙамлылыҡты, коррозияға ҡаршы тороуҙы, ҡәнәғәтләндерерлек технологик үҙенсәлектәр булыуын (ҡырҡып эшкәртеү, подшипник корпусына иретеп йәбештереү мөмкинлеге һ.б.), май тотоп тороуҙы тәьмин итә.

20 б. 80‑се йй. башынан алып Авиация техник университеты ғалимдары (Л.Ш.Шустер етәкс.) материалдарҙың бергә эшләй алыуы һәм уларҙың ышҡылыусы быуындарҙа үҙ-ара тәьҫир итешеүе өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара. 90‑сы йй. урталарында Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында Н.П.Барыкин етәкс. субмикро‑ һәм нанокристаллик төҙөлөшлө материалдарҙың реологик ҡылыҡтары т‑ра, гидростатик баҫым һәм деформация тиҙлегенең киң диапазонында өйрәнелә. Ошо тикшеренеүҙәр нигеҙендә антифрикция ҡаплауҙары, А.м. сәнәғәттә эшкәртеүҙең һөҙөмтәле алымдары, ш. уҡ яңы технологик майлау материалдары уйлап табыла. 1995 й. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында уйлап табылған пар турбиналарының шыуыу подшипниктарын яңынан сафҡа индереү технологиялары — “Башкирэнерго” ААЙ‑нда, ҡыҫып сығарыу процестары өсөн технологик майлау материалдарын етештереү технологиялары — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, тимерсыбыҡты һуҙып нәҙегәйтеү процестары өсөн Белорет металлургия комбинатында индерелә.

Әҙәб.: Шустер Л.Ш. Адгезионное взаимодействие твёрдых металлических тел. Уфа, 1999.

Н.П.Барыкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке