МОРОЗКИН Николай Данилович (27.11.1953, Мордва АССР‑ы Киржеманы а.), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2011), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Мордва ун‑тын тамамлаған (Саранск, 1975), 1980 й. алып шунда уҡ эшләй. 1983 й. башлап БДУ‑ла: 1993 й. — ғәмәли информатика һәм һанса ысулдары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1997 й. — фәнни эштәр б‑са проректор, 2013 й. — ректор. Фәнни эшмәкәрлеге матем. моделдәр әҙерләү, информатика, оптималь идара итеү мәсьәләләренә, һанса ысулдар уйлап табыуға арналған. М. тарафынан һыҙыҡһыҙ ҡабарынҡы фаза сикләүҙәре булған тиҙ тәьҫир итеү мәсьәләләрен, төрлө технологик сикләүҙәрҙе һәм йылытыла торған изделиеларҙың ныҡлығы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып йылытыу м‑н оптималь идара итеү мәсьәләләрен сисеү ысулдары табылған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Численные приближения экстремалей управляемых динамических систем. Уфа, 1989 (авторҙ.); Оптимальное управление процессами нагрева с учётом фазовых ограничений. Уфа, 1997.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке