МОРАТШИН Фларит Рәшит улы (13.1.1962, Өфө), юрист, дәүләт эшмәкәре. Юридик ф. д‑ры (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй. 1992 й. башлап Өфө юғары мәктәбе уҡытыусыһы. 1995 й. алып БР Президенты Хаки‑ миәтендә эшләй: хоҡуҡи экспертиза бүлеге мөдире, 1998 й. — Дәүләт- хоҡуҡ идаралығы нач. урынбаҫа‑ ры, бер үк ваҡытта 2000 й. — БР Конституция Судында БР Прези‑ дентының тулы хоҡуҡлы вәкиле, 2003 й. — БР Конституция Суды судьяһы, бер үк ваҡытта 2001 й. — Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү ака‑ демияһында һәм БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре конституция һәм аграр хоҡуҡ, дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы пробле‑ маларына арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Становление и развитие аграрного законодательства Башкортостана: история и современность. Уфа, 1999; Теоретические основы развития аграрного законодательства субъек‑ та Российской Федерации. Уфа, 2000; Проблемы формирования субъектов законодательства Российской Федерации: теоретико-правовые аспекты. Уфа, 2014. 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина