МОРАТШИН Амран Миһран улы [20.9.1948, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Мотай а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны)], инженер‑электрик. Техник ф. д‑ры (2006). РФ‑тың атҡ. метрологы (1998). ӨНИ‑не тамамлаған (1973). 1975 й. алып БР‑ҙың Стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәгенең (Өфө) Стәрлетамаҡ филиалы нач., 1987 й. — дир., бер үк ваҡытта 2002 й. башлап ӨДНТУ‑ла стандартлаштырыу һәм сертификациялау каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукттарҙы етештереү һәм ҡулланыу өлкәһендәге проблемаларҙы техник хәл итеүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһының Башҡ‑н төбәк бүлексәһе етәксеһе (2001 й. алып). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2005).

Х е ҙ м.: Система обеспечения качества и безопасности алкогольсодержащей продукции. М., 2005. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке