МОЛЕКУЛЯР ФИЗИКА, физика‑ ның төрлө агрегат хәлдәге есемдәрҙең физик үҙенсәлектәрен уларҙың микроскопик (молекуляр) төҙөлөшөн тикшереү нигеҙендә өйрәнә торған бүлеге. Физик статистика, термодинамика һәм физик кинетика ысулдарын ҡулланып, физик есемдәрҙе төҙөгән өлөшсәләрҙең (атомдарҙың, молекулаларҙың, иондарҙың) хәрәкәтен һәм үҙ‑ара тәьҫир итешеүен өйрәнә. Матдәләрҙең төҙөлөшөн һәм уның тышҡы факторҙар (баҫым, т‑ра, электр һәм магнит ҡырҙары) аҫтында үҙгәреүен, күсереү күренештәрен (диффузия, йылы үткәреүсәнлек, эске ышҡылыу), фазалар тигеҙләнеше һәм фазалар күсеше процестарын (кристаллашыу, иреү, парланыу, ҡуйырыу һ.б.), матдәнең критик хәлен, төрлө фазаларға бүленеү сиктәрендәге өҫкө йөҙ күренештәрен тикшерә. М.ф. түбәндәге бүлектәрен айыралар: статик физика, физик кинетика, ҡаты есемдәр физикаһы, физик химия, молекуляр биология. М.ф. металдар, полимерҙар, плазма физикалары, кристалдар физикаһы, физик‑химик механиканың һ.б. нигеҙе булып тора. Башҡортостанда М.ф. б‑са фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр алып барыла. 1919—37 йй. Өфө физика институтының термик лаб. П.Г.Лавров төҙөлөш материалдарының йылы үткәреүсәнлек һәм йылылыҡ киңәйеүе коэф. билдәләү өсөн үҙенсәлекле приборҙар, нефттәге көкөрт күләмен билдәләү алымын уйлап тапҡан. Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында ҡатмарлы молекуляр берләшмәләрҙең электрон һәм арауыҡ структураһын өйрәнеү өсөн ысулдар комплексы эшләнгән: кире иондарҙың масс- спектрометрияһы, фотоэлектронлы һәм микротулҡынлы спектроскопия (В.А.Мазунов, А.Х.Мәмлиев, Н.М.Поздеев, В.И.Хвостенко, О.Г.Хвостенко); шыйыҡ кристалдар молекулаларының түбән йышлыҡ м‑н әйләнеү эффекты асылған һәм тикшерелгән (О.А.Скалдин, А.Н.Чувыров); металл‑полимер системаһында баҫым, электр тогы, т‑ра һәм сик шарттары вариациялары м‑н индукцияланған электрондар күсерелеүенең законлыҡтары билдәләнгән (А.Н.Лачинов). БДУ‑ла фазаһы тәртипкә килтерелмәгән ҡаты эретмәләр б‑са фундаменталь һөҙөмтәләр алынған (Р.Ә. Яҡшыбаев), күҙәнәкле мөхиттәрҙең молекуляр үҙенсәлектәре б‑са ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәрелгән (Л.А.Ковалёва, Ф.Л.Сәйәхов, Ғ.Ә.Халиҡов, И.Л.Хәбибуллин). Баротермик эффект асылған һәм өйрәнелгән, уның нигеҙендә промысла геофизикаһының яңы йүнәлештәре барлыҡҡа килгән (А.С.Буевич, Р.А.Вәлиуллин, В.Ф.Назаров, А.Ш.Рамаҙанов, А.И.Филиппов, Р.Ф.Шәрәфетдинов). СДПА‑ла фазалар күсеүе б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (И.Ә.Кәлиев, В.Ш.Шаһапов), ғәмәли йылылыҡ физикаһы б‑са вуз‑ара ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы сығарыла. БДПУ‑ла углеводородтарҙың молекуляр үҙенсәлектәренә электромагнит ҡырҙарының йоғонтоһо өйрәнелә (М.Ә.Фәтихов), шыйыҡ хәл физикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр (И.Ә.Фәхретдинов) үткәрелә. Ҡаты есемдәрҙең молекуляр үҙенсәлектәре Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында тикшерелә, М.ф. б‑са тикшеренеүҙәр Органик химия ин‑тында (В.П.Казаков, И.И.Фурлей), Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (Л.М.Хәлилов) алып барыла.

А.И.Филиппов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке