АНТИПОВ‑КАРАТАЕВ Иван Николаевич [1.9.1888, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәнәй а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 3.7.1965, Баҡы], тупраҡ белгесе. Тажик ССР‑ы ФА‑һы акад. (1951). Тажик ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре. МДУ‑ны тамамлаған (1926). 1927 й. алып В.В.Докучаев ис. Тупраҡ ин‑тының (Мәскәү), бер үк ваҡытта 1927—34 йй. Бөтә Рәсәй ашламалар һәм агротупраҡ белеме ин‑ты Ленинград бүлексәһенең лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1936—51 йй. Вахш тупраҡ‑мелиорация станцияһында һәм 1951 й. башлап Тажик ССР‑ы ФА Тупраҡ белеме ин‑тында (Дүшәмбе) ғилми етәксе. Фәнни тикшеренеүҙәре тупраҡ коллоидтарын, агрегаттарын һәм эретмәләрен, тупраҡтың һеңдереү һәләтен өйрәнеүгә, тоҙло тупраҡтың барлыҡҡа килеү һәм таралыу проблемаларына арналған. А.‑К. Волга аръяғы, Тамань ярымутрауы, Вахш үҙәне, Көнсығыш Памирҙа киң тупраҡ‑геогр. тикшеренеүҙәр һәм Болгария, Венгрияла тупраҡ‑агрохимик тикшеренеүҙәр үткәрә. 300 фәнни хеҙмәт авторы. В.В.Докучаев ис. пр. лауреаты (1964). 4 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Почвенные коллоиды и методы их изучения. Л., 1930; Современные методы исследования физико‑химических свойств почв. М., 1948.

Әҙәб.: Иван Николаевич Антипов‑Каратаев. 1888—1965. М., 2008.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018