МИЩЕНКО Игорь Тихонович (30.7. 1937, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1984), проф. (1987). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1998), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1987), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1990), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) шунда уҡ эшләй. 1967 й. алып И.М.Губкин ис. Рәсәй нефть һәм газ ун‑тында уҡыта (Мәскәү): 1988 й. нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2012 йй. нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге нефть, газ, газ һәм конденсат ятҡылыҡтарын файҙаланыу проблемаларына арналған. М. скважиналарҙан шыйыҡлыҡты күтәреү һәм ҡатлам флюидтарының үҙенсәлектәрен иҫәпләп сығарыуҙың теоретик нигеҙҙәрен, батырылмалы ҡорамалдарҙың ауыҙы алдында ирекле газдың тәбиғи рәүештә бүленеүе теорияһын эшләй, скважиналарҙың торба арты арауығындағы изотермик булмаған эш тигеҙләмәһен ала һ.б. Ул ҡатмарландырылған шарттарҙа скважиналарҙы файҙаланыу б‑са йүнәлеште үҫтергән. М. етәкс. уйлап табылған ҡуйы нефть сығарыу насостары, сепараторҙар, ағымлы техника, тандемлы ҡулайламалар РФ‑тың нефть сығарыу пр‑тиеларында ҡулланыла. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәте пр. (1997, 2009), И.М.Губкин ис. пр. (1998, 2002, 2006) лауреаты.

Х е ҙ м.: Расчёты физико‑химических свойств пластовой нефти и воды. М., 2004 (авторҙ.); Выбор способа эксплуатации скважин нефтяных месторождений с трудноизвлекаемыми запасами. М., 2005 (авторҙ.); Скважинная добыча нефти. 2-е изд., испр. М., 2007. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.