МИХАЙЛОВ Валерий Германович (25.11.1958, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ, 2012 й. алып “РН‑УфаНИПИнефть”тә, бер үк ваҡытта БДПУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге гидродинамикаға һәм газ динамикаһына арналған. М. тарафынан күп фазалы мөхиттәрҙең вертикаль үткәргес торбаларҙа һәм көрәксәле гидромашиналарҙың шыйыҡлыҡ үтә торған каналдарында ағыуы, ракета‑тура ағымлы двигателдәрҙең инеү ҡоролмаларында тиҙлеге тауыштан шәберәк булған йәбешкәк ағымдары тикшерелгән. 65‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу, электрон хисаплау машинаһы өсөн программаны теркәү т‑дағы 1 таныҡлыҡ авторы.

Х е ҙ м.: Оптимизация режима работы фонтанирующих скважин в ОАО «НК “Роснефть” » //Нефтяное хозяйство, 2006, №9 (авторҙ.); Расчётно-экспериментальный метод диагностики деградации некоторых узлов погружных центробежных насосов //Вестник Уфимского государственного технического университета, 2009. Т.13. №1 (34) (авторҙ.). 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.