МИРОНОВ Ринат Ғаян улы (24.5. 1959, Белорет ҡ.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2007). СССР ЭЭМ‑ының Рязань юғары мәктәбен тамамлағандан һуң (1985) БР ЭЭМ‑ы системаһында эшләй. 1998 й. башлап ӨЮИ‑ла. 2010 й. алып Рәсәй Яза үтәү федераль хеҙмәтенең Псков юридик ин‑ты енәйәт, енәйәт‑башҡарыу хоҡуғы һәм криминология каф. нач., 2013 й. — Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., 2014 й. башлап Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Взаимодействие органов внутренних дел и уголовно-исполнительной системы по обеспечению национальной безопасности в сфере правопорядка. Уфа, 2005. 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутин

Текст на русском языке