МИРОНОВ Валерий Викторович (18.12.1952, Улан‑Удэ), радиофизик. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (2002). Воронеж ун‑тын тамамлағандан һуң (1975) ӨДАТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник һәм ойоштороу системалары м‑н идара итеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. М. ҡатнашлығында идара итеү системаларының иерархиялы ситуация моделдәре уйлап табылған, критик ситуацияларҙың асылы күрһәтелгән һәм уларҙың тәртипкә һалынған моделдәре эшләнгән. Асыштары авиация‑йыһан осоу аппараттарының борт ҡорамалдары тренажёр‑һынау стендтарына индерелгән. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Управление динамическими системами в условиях неопределённости. М., 1998 (авторҙ.); Иерархические модели данных: концепции и реализация на основе XML. М., 2011 (авторҙ.). 

Г.Г.Куликов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.