МИРЗАДЖАНЗАДЕ Азат Хәлил улы (29.9.1928, Баҡы — 17.7.2006, шунда уҡ), тау инженеры. Әзербайжан ССР‑ы ФА акад. (1968), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), техник ф. д‑ры (1957), проф. (1959). Әзербайжан ССР‑ының атҡ. фән һәм техника хеҙм‑ре (1970), БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1998), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1971), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙм‑ре (1978), Болгарияның почётлы нефтсеһе (1980). Әзербайжан индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1949) Әзербайжан нефть акад. эшләй (1951 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1954 й. — бүлек етәксеһе, 1959 й. — теоретик механика каф. мөдире, 1963—98 йй. һәм 2001 й. алып нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1952—60 йй. Әзербайжан ун‑тында уҡыта, 1958 й. алып Нефть сығарыу ҒТИ‑нда лаб. нач., 1988—2002 йй. Матем. һәм механика ин‑тында бүлек етәксеһе, 1992—2000 йй. респ. Президенты ҡарамағындағы Юғары аттестация комиссияһы рәйесе, 1993—2000 йй. Фән һәм техника б‑са ком‑т рәйесе, 1992 й. алып Нефть, газ һәм химия б‑са геотехнологик проблемалар ҒТИ‑ның дир., баш ғилми етәксеһе (бөтәһе лә — Баҡы). 1968—2003 йй. “Нефтеотдача” Рәсәй тармаҡ‑ара фәнни‑технологик комплексының бүлек етәксеһе, советник, 1969— 75 йй. СССР ФА‑ның Механика проблемалары ин‑тында бүлек етәксеһе (икеһе лә — Мәскәү). 1988— 90 йй. ӨНИ‑лә (газ һәм газ конденсаты ятҡылыҡтарын эшкәртеү каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1978— 2003 й. ИПТЭР‑ҙа бүлек мөдире (икеһе лә — Өфө). Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ сығарыу проблемалары м‑н бәйле. М. тарафынан реофизик яҡтан ҡатмарлы мөхиттәрҙәге технологик процестарҙың моделдәрен яһау, уларҙы контролдә тотоу һәм идара итеү б‑са ғилми мәктәп ойошторола. Ул Ньютондыҡы булмаған шыйыҡлыҡтарҙы фильтрлауҙың феноменологик теорияһының, нефть һәм газ сығарыуҙың перспективалы йүнәлештәре булған реотехнология м-н нанотехнологияның нигеҙҙәрен эшләй. М. тарафынан газ конденсаты ятҡылыҡтарын эшкәртеү теорияһы, ҡатмарландырылған шарттарҙа скважиналар быраулауҙың гидродинамик нигеҙҙәре эшләнә, нефть һәм газ сығарыуҙың технологик процестарын системалы анализлау ысулдары табыла. М. етәкс. диңгеҙҙәге нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең динамик ысулдары эшләнгән һәм производствоға индерелгән. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 57 уйлап табыу авторы. Әзербайжан ССР‑ы Дәүләт пр. (1976, 1986), И.М.Губкин ис. пр. (1974, 1982, 1986), СССР МС‑ы пр. (1986) лауреаты. Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1982), “Почёт Билдәһе” (1959), “Истиглал” (1998) һ.б. орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Физика нефтяного и газового пласта. М., 1992 (авторҙ.); Основы технологии добычи газа. М., 2003 (авторҙ.); Моделирование процессов нефтегазодобычи. Нелинейность, неравновесность, неопределённость. М.; Ижевск, 2004 (авторҙ.). 

Р.Н.Бәхтизин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.