МИҢЛЕҒӘЗИМОВ Мәғсүм Ғәббәс улы [3.1.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Мәтәүтамаҡ а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 25.10.1982, Өфө], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1980). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1950) һәм 1972 й. алып шунда уҡ эшләй (1979—82 йй. нефть промыслаһы механикаһы каф. мөдире), 1954 й. алып Бөтә Союз нефть һәм газ ҒТИ‑нда, 1962—72 йй. Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында лаб. етәксеһе, өлкән ғилми хеҙм‑р (Ҡазан). Фәнни хеҙмәттәре нефтте сығарыу һәм ташыу проблемаларына арналған. М. ҡатнашлығында скважиналарҙы эксплуатациялауҙың газ‑лифт ысулы табылған, үткәргес торбаларҙағы Ньютондыҡы булмаған шыйыҡлыҡтарҙың инвариант реологик параметрҙарын табырға мөмкинлек биргән иҫәпләү моделе әҙерләнгән. Уйлап табыуҙары нефть сығарыу сәнәғәте һәм үткәргес торбалар транспорты пр‑тиеларында индерелгән. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. 

С.Ғ.Зөбәйеров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.