АНТИПОВ Яков Степанович (? — 6.3.1774, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле провинцияһы Пронкин а.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казактарынан. 1773 й. сент. алып Берда баш күтәреүселәр үҙәгендә була. Нояб. аҙағында Пугачёв бойороғо б‑са И.Н.Зарубин һәм И.И.Ульянов м‑н бергә артиллерия ҡоралдары һәм һуғыш кәрәк‑ярағы м‑н тәьмин итеүҙе ойоштороу өсөн Воскресенка заводына ебәрелә. А. етәкс. 1774 й. мартына баш күтәреүселәр армияһына 15 баҡыр орудие (гаубицалар, йәҙрә мылтыҡтар, мортиралар, туптар) һәм бер нисә йөҙ снаряд килтерелә. Мартта Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә саҡыртып алына. Кенәз П.М.Голицын етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта һәләк була.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Г.М.Ҡотоева

Текст на русском языке