МИНИСТРҘАР СОВЕТЫ, 1946— 93 йй. Башҡортостан Респ. дәүләт власының юғары башҡарма һәм күрһәтмә биргән органы. БАССР МС‑ы “СССР Халыҡ Комиссарҙары Советын — СССР Министрҙар Советы, союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Халыҡ Комиссарҙары Советтарын союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Министрҙар Советтары итеп үҙгәртеп ҡороу тураһында” ғы СССР законына (1946 й. 15 марты) ярашлы һәм БАССР ЮС‑ының “Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советын үҙгәртеп ҡороу тураһында” ғы Указы (1946 й. 26 марты) м‑н Халыҡ комиссарҙары советын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә ойошторола. Юғары Совет тарафынан булдырыла. Рәйестән, ике ярҙамсыһы булған рәйес урынбаҫарынан; секторҙарҙан (эштәр идаралығы, ойоштороу‑инструкторлыҡ, сәнәғәт, а.х., мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау, махсус, кадрҙар, дөйөм), төркөмдәрҙән (яғыулыҡ, малс‑ҡ, көндәлек ҡулланыу тауарҙары) тора. Министрлыҡтар, дәүләт ком‑ттары һ.б. ведомстволар ҡарамағындағы органдар эшмәкәрлеген көйләй, респ. терр‑яһында берҙәм тармаҡ‑ара идаралыҡты тормошҡа ашыра. 1965— 70 йй. МС‑ҡа референт (3 кеше) һәм инспектор вазифалары индерелә, ойоштороу‑инструкторлыҡ, а.х., сәнәғәт, көнкүреш хеҙмәте һәм сауҙа, мәҙәниәт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау, дөйөм бүлектәр ойошторола. 1970 й. МС составына министрҙар (халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, эске эштәр, торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, урман хужалығы, мелиорация һәм һыу хужалығы, урындағы сәнәғәт, мәғариф, ауыл хужалығы, соц. тәьминәт, яғыулыҡ сәнәғәте, сауҙа, финанс, юстиция), дәүләт ком‑ттары рәйестәре (халыҡ контроле, телевидение һәм радиотапшырыуҙар б‑са, именлек), дәүләт комиссиялары рәйестәре (план, “Сельхозтехника” берекмәһе), идаралыҡтар нач. (кинофикация, архив, нәшриәт, полиграфия һәм китап сауҙаһы эштәре б‑са, төҙөлөш һәм архитектура эштәре б‑са, хеҙмәт ресурстарын файҙаланыу б‑са, тәьминәт б‑са), хаҡтар бүлеге нач. инә. 1990 й. БАССР МС — БССР МС, 1992 й. — БР МС, 1993 й. — БР МК, 2002 й. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте итеп үҙгәртелә. Рәйестәре: Н.Р.Ураҙбаев (1946 й. алып), В.Ғ.Нәбиуллин (1951 й. алып), З.Ш.Аҡназаров (1962 й. алып), М.П.Мирғәзәмов (1986 й. алып), А.Я.Копсов (1992 й. алып).

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке