МЯЧИН Константин Алексеевич [17.8.1886, Ырымбур губ. Ырымбур өйәҙе Михайловка а. (Ырымбур өлк.) — 16.9.1938, Мәскәү], революция хәрәкәте һәм Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Советттарҙың 2‑се Бөтә Рәсәй съезы делегаты (Мәскәү, 1917). 1907 й. башлап Өфө губернаһында хәрби ойошмалар етәк‑ селәренең береһе. 1909—17 йй. Бельгияла эмиграцияла. 1917 й. алып Өфөлә, Эҫем з‑дында, артабан Петроград советы эргәһендәге ХРК‑ла эшләй. 1917 й. аҙ. Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы ағзаһы, комиссия рәйесе ярҙамсыһы. 1918 й. февр. алып Уралда Ҡыҙыл Армия ойоштороу б‑са вәкил. Кадомцевтар м‑н берлектә Өфө губ. Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларын нығытыу м‑н шөғөлләнә. Июндән РККА‑ның Икенсе армияһы командующийы. Окт. Халыҡ армияһы яғына сыға. Нояб. А.В.Колчак бойороғо б‑са ҡулға алына. 1919 й. башында азат ителә, Ҡытайға сығып китә. Ҡытай-Көнсығыш т. юлында, Сунь Ятсен хөкүмәте ҡарамағындағы баш сәйәси советник М.М.Бородин аппаратында эшләй. “Финн”, “Николай”, В.В.Яковлев, К.А.Стоянович псевдонимдары м‑н билдәле. 1928 й. февр. СССР‑ға ҡайта, мартта ҡулға алына. 1929 й. хөкөм ҡарары б‑са 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1933 й. ваҡытынан алда азат ителә, лагерь нач. булып эшләй. 1937 й. эшенән сығарыла. Репрессиялана (1938), атыла. 1970 й. аҡлана. 

Әҙәб.: П л о т н и к о в И.Ф. Жизненные и политические метаморфозы Константина Мячина //Уральская старина. Екатеринбург. 1996. Вып.2. 

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке