МИЛОВЗОРОВ Георгий Владимирович (1.12.1956, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Яңы Надеждин а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2001). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) “Молния” Өфө агрегат КБ‑нда эшләй. 1979 й. алып (өҙлөктәр м‑н) ӨДАТУ‑ла (2005—11 йй. сәнәғәт электроникаһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1999—2005 йй. Ижевск техник ун‑тында, 2011 й. алып Удмурт ун‑тында нефть һәм газ скважиналарын быраулау каф. мөдире (Ижевск). 1982— 92 йй. Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ ин‑тының Өфө бүлеге лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре бырауланған скважиналарҙың арауыҡтағы торошон контролдә тотоу өсөн мәғлүмәт‑үлсәү һәм идара итеү системаларын уйлап табыуға арналған. М. тарафынан инклинометрик, геонавигация системалары, магнитометрик аппаратура һ.б. уйлап табылған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 55 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Анализ инструментальных погрешностей инклинометрических устройств. Уфа, 1997. 

Ю.В.Лобанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.