МЯСНИКОВТАР, завод хужалары. Сембер сауҙагәрҙәренән. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Семён М. Уның улдары: Иван Семёнович М. (?— 1780), И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) м‑н берлектә Архангел баҡыр иретеү заводын, Белорет заводын, Богоявленск заводын, Верхотор заводын, Воскресенка заводын, Йүрүҙән-Ивановка заводын, Ҡытау-Ивановка заводын, Ҡытаутамаҡ заводын, Преображенск заводын, Үрге Эҫем з‑дын (ҡара: Эҫем заводтары) төҙөй, 1768 й. Покровка заводын һатып ала. Матвей Семёнович М. (?—1766), 1762 й. Иван (Ҙур) Перфильевич Мосоловтан (ҡара: Мосоловтар) Наҙы-Петровск заводын һатып ала, Благовещенск заводына нигеҙ һала. Иван Семёнович М. ҡыҙҙары — Ирина Ивановна М. (Бекетова) (ҡара: Бекетовтар), Дарья Ивановна М. (Пашкова) (ҡара: Пашковтар), Аграфена Ивановна М. (Дурасова) (ҡара: Дурасовтар), Екатерина Ивановна М. (Козицкая) (24.10.1746 — 6.5.1813), Архангел, Ҡытау-Ивановка һәм Ҡытаута‑ маҡ з‑дтарын мираҫ итеп ала. Матвей Семёнович М. улы Иван Матвеевич М., мираҫҡа Благовещенск з‑дын ала һәм 1772 й. уны П.К.Хлебниковҡа һата. 

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке