МЫСОВЦЕВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Жуков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Авдон т. юл ст. 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 177 кеше; 1920 — 254; 1939 — 285; 1959 — 328; 1989 — 278; 2002 — 223; 2010 — 259 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1859 й. алып билдәле (элекке дәүләт крәҫтиәндәре иҫәпкә алынған). 1865 й. 15 йортта 98 кеше иҫәпкә алынған. Шулай уҡ Ключевка, Ключи исемдәре м‑н билдәле булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән; ауыл эргәһендә кенәз Кугушевтың утары теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке