МЫРҘАШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Айыусы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 256 кеше; 1920 — 314; 1939 — 315; 1959 — 310; 1989 — 160; 2002 — 194; 2010 — 185 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары Мырҙаш (тәүге төпләнеүсе Мырҙаш Туйсин исеменән) исеме м‑н үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 24 йортта 150 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке