МЫРҘАҒОЛ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 579; 1939 — 361; 1959 — 294; 1989 — 109; 2002 — 100; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Тавричанка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1813 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Меркет‑Мең улусы Айыт һәм Абдрахман аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мырҙағол Яуышев исеме м‑н аталған. 1865 й. 45 йортта 469 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. Иҫке М. а. (353 кеше) һәм Яңы М. ҡасабаһы (226 кеше) теркәлгән, 30‑сы йй. башынан улар хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына. 

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Ғ.Ғырҙағәлимов

Текст на русском языке