АНТИПИН Юрий Викторович (30.6.1939, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1995). СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1989), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре скважиналарҙы ҡатмарлы шарттарҙа файҙаланғанда нефть сығарыу процестарын, баҫым градиенттары түбән булғанда фильтрлау үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бәйле. А. уйлап тапҡан тоҙ ултырыу зоналарын билдәләү һәм уларҙың барлыҡҡа килеүен күҙаллау ысулдары, юғары үҙлелекле эмульсиялар, нефттең ыҫмала-парафинлы компоненттары һәм органик булмаған тоҙҙар барлыҡҡа килеү шарттарында скважиналарҙы файҙаланыу технологиялары БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә нефть промыслаларында индерелә. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 18 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Отложения неорганических солей в скважинах, при забойной зоне пласта и методы их предотвращения. М., 1983 (авторҙ.); Предотвращение осложнений при добыче обводнённой нефти. Уфа, 1987 (авторҙ.); Основы гидромеханики глубиннонасосной добычи нефти. Уфа, 1993 (авторҙ.).

А.Р.Хафизов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке