МЫРҘАБУЛАТОВ Сөләймән Шәңгәрәй улы [15.4.1890, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Абҙан а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 9.1.1931, Мәскәү], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1918 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1921) алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1913—17 йй. рус армияһында, 1918—19 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1919 й. июненән Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы. 1920 й. апр. Тамъян-Ҡатай кантонында партия эшендә, Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ының 1920 й. 19 майындағы “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” декреты сыҡҡандан һуң, ризаһыҙлыҡ белдереп, Башревкомдың башҡа ағзалары м‑н бергә “коллектив отставка” ға китә. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе. Дек. башлап АСБР‑ҙың хәрби эштәр б‑са комиссары ярҙамсыһы, 1921 й. — БАССР‑ҙың игенселек б‑са халыҡ комиссары. БашҮБК ағзаһы. 1923 й. майында “солтанғәлиевселек”тә һәм милләтселектә ялған ғәйепләнеп, эшенән сығарыла һәм республиканан һөрөлә, Мәскәүҙә йәшәй. 1926 й. алып Йылайыр кантонында “Сельпромсоюз” да эшләй. Репрессиялана (1930). 1988 й. аҡлана. Абҙанда урамға һәм мәктәпкә М. исеме бирелгән.

Әҙәб.: С о л т а н о в Й.Ә. Сөләймән Мырҙабулатов: заманы һәм көрәше (1917—1922). Өфө, 2006. 

Р.Ә.Дәүләтшин

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: С.Ш.Мырҙабулатов

Текст на русском языке