МЫРҘА 1‑се, Т ү ш а у ы л, Хәйбулла рнындағы ауыл, Өфө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 61 км һәм Сибай т. юл ст. К.Көнб. табан 76 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 105 кеше; 1920 — 185; 1939 — 237; 1959 — 278; 1989 — 191; 2002 — 209; 2010 — 222 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғысмәктәп (Өфө урта мәктәбе филиалы), фельдшеракушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар. Ауылға 19 б. 1се ярт. Верхне‑урал өйәҙе Бөрйән улусының Исмаҡай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мырҙа исеме мн нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мырҙа Иҙрисов исеме мн аталған. 1866 й. М. (Тауаҫты-Бөрйән) 44 йортта 221 кеше йәшәгән. Малсҡ, игенселек мн шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. 20 б. башында 2се Мырҙа бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс (80се йй. тиклем булған; М.Р.Иҙрисовтың тыуған ауылы), хәҙ. исемен ала. 

Р.С.Рәхимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке