МЫРҘА (фарс. мирза — батша династияһы вәкилдәре титулы; писарь), төрки халыҡтарҙа (башҡорт, мишәр, нуғай, татар һ.б.) юғары ҡатлам кешеләре титулы. Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығында киң тарала. М. вассал хоҡуҡтарында айырым биләмәләргә идара итә, беркетелгән ерҙәрҙә, шулай уҡ Башҡортостанда (ҡара: Алтаҡар, Баҫман), яһаҡ йыйыу хоҡуғы була. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарҙа башҡ. мырҙалары һәм башҡорттарҙың нуғай мырҙаларына ҡаршы көрәше т‑да телгә алына. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң М. бер өлөшө Төньяҡ Кавказға һәм Ҡара диңгеҙ буйына күсенә. 17—18 бб. Башҡортостанда татар һәм мишәр М. барлыҡҡа килә. 1784 й. 22 февр. указ нигеҙендә М. хоҡуҡтары дворяндарҙыҡына (ҡара: Дворянлыҡ) тиңләштерелә. 

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке