МҮЗӘК, Краснокама р‑нындағы ауыл, Мүзәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 21 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 6 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 365 кеше; 1920 — 385; 1939 — 303; 1959 — 302; 1989 — 335; 2002 — 494; 2010 — 544 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1684 й. алып билдәле. 1795 й. 68 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. — 38 йортта 237 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Майнаҡ исеме м‑н билдәле булған. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке