МУШНИКОВГеоргий Иустинович [7.12.1923, БАССРҙың Бөрө кантоны Айбаш а. (БРҙың Бөрө рны) — 3.2.1983, Өфө], лётчик, подполковник (1958). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Молотов хәрби авиация лётчиктар мәктәбен тамамлаған (Пермь ҡ., 1943). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап Воронеж, Ялан, 2се һәм 1се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 1се гвардия штурмлау авиация корпусы 8се гвардия штурмлау авиация див. 140сы гвардия штурмлау авиация полкының звено ком. өлкән лейт. М. 111 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1958) ӨМЭПБла эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944), Александр Невский (1945), 1се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, ?) орд. мн бүләкләнгән. Өфөлә урам, 74се урта мәктәп һәм ошо мәктәптең хәрби дан музейы М. исеме мн аталған.

Әҙәб.: И в том вся жизнь //Люди легенд. Уфа, 1980.

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке