МУХАЧЁВ Аркадий Васильевич [14.8.1910, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡыҫынды а. (БР‑ҙың Архангел р‑ны) — 21.12.1958, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып Архангел р‑нында колхозда эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. алып Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 8‑се гвардия армияһының 57‑се гвардия уҡсылар див. 172‑се гвардия уҡсылар полкында взвод ком. ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н М. 1944 й. 10—13 майында Украина ССР‑ының Овидиополь ҡ. эргәһендәге алыштарҙа, 1944 й. 1 авг. Магнушев ҡ. (Польша) янында Висла й. аша сыҡҡанда, 1945 й. 3 февр. Гёритц ҡ. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) Ҡыҫынды а/c рәйесе булып эшләй. 1‑се (1945), 2‑се һәм 3‑сө (1944 й. сент. һәм майы) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. 

А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке