АНТИПИН Филипп Лукьянович [1900, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ямаш а. (БР‑ҙың Бөрө р‑ны) — 26.3.1944, Вознесенск ҡ. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—22 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. окт. башлап Калинин, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 57‑се армия 93‑сө уҡсылар див. 107‑се махсус сапёр батальонының отделение ком. сержант А. 1944 й. 22 мартында Көньяҡ Буг й. аша сыҡҡанда һәм 23—26 мартта дошман уты аҫтында яралыларҙы эвакуациялағанда күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Бөрө ҡ. урамға А. исеме бирелгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.