МУТИНДАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы Таҡталасыҡ а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Мөтә Йәнырыҫов, Гәрә улусы старшинаһы, 1745 й. алып билдәле. Уның улы Тимер М. (? — 1759 й. дек., С.‑Петербург), сотник, Гәрә улусы старшинаһы. Ете йыллыҡ һуғышта (1756—63) ҡатнашыусы. 1756 й. Пруссия походында Ҡыҙрас Муллаҡаев командаһында баш старшина ярҙамсыһы. 1759 й. С.‑Петербургта императрица Елизавета Петровнаға тоғролоҡ белдергән башҡорттар делегацияһы составында була. Иптәштәре м‑н бергә башҡ. ерҙәрен баҫып алыуҙы тыйыу т‑да үтенес белдереп Сенатҡа шикәйәт ебәрә һәм купчийҙарҙы бөтә улус халҡы ризалығы м‑н генә раҫлауҙы һорай. Тимер М. улдары: Аҙнағол Тимеров (1750—?), Гәрә улусы старшинаһы. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы. 1774 й. ғин. Алабуға ҡ. ҡамауҙа ҡатнаша, 17 окт. Ҡазанға ғәйебен танып килә һәм шунда аманат итеп ҡалдырыла. 1798 й. алып 11‑се башҡ. кантонының йорт старшинаһы; Сәфәрғәли Тимеров (1760—?), поход старшинһы. Дистанция начальнигы. Аҙнағолдоң 8 улынан иң билдәлеләре: Зәйнәғәбдин М. (1768—?), поход старшинаһы. 11‑се башҡ. кантонының йорт старшинаһы ярҙамсыһы; Ғәбдрәшит М.(1771—?), поход старшинаһы; Әхтәм М. (1778—?), йорт сотнигы; Әхмәҙи М. (1783—?), поход старшинаһы. 11‑се башҡ. кантонының йорт старшинаһы ярҙамсыһы; Ниғмәтулла М.(1791—?), указлы мулла; Туҡтағол М. (1794—?), поход зауряд-сотнигы (1831). 1812 й. башлап 11‑се башҡ. кантонында йорт зауряд-сотнигы булып, 1830 й., 1835 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. Сәфәрғәли Т. улы: Мөхәмәтғәли М. (1784—?), поход старшинаһы. Зәйнәғәбдин М. улы: Исмәғил М. (1800—52), зауряд-хорунжий (1831). 1821 й. алып 11‑се башҡ. кантонында, 1822 й.,1825 й., 1828 й., 1834 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. Ғәбдрәшит М. 9 улынан иң билдәлеләре: Мөғтәсим М. (1791—?), зауряд-сотник (1808). 1824 й. башлап йорт старшинаһы, 1838 й. — 11‑се башҡ. кантонының кантон башлығы ярҙамсыһы; Ғисмәтулла М. (1794—?), поход зауряд-яҫауылы (1831). 11‑се башҡ. кантонында йорт зауряд-яҫауылы булып, 1818 й., 1830 й. Ырымбурсик һыҙығында хеҙмәт итә; Ғәбделбасир М. (1797—?), хорунжий (1839). 1818 й. алып 11‑се башҡ. кантонында хеҙмәт итә, 1818 й., 1823 й. Ҡазан губернаһында этап хеҙмәтендә, 1838 й. башлап 11‑се башҡ.кантоны башлығы ярҙамсыһы; Мөхәммәтша М. (1801—?), зауряд-хорунжий (1827). 1819 й. алып11‑се башҡ. кантонында, 1820 й.,1823 й., 1829 й., 1832 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә; Әхмәтша М. (1804—?), сотник (1804). Хиуа походында (1839—40)ҡатнашыусы, 1826 й. башлап 11‑се башҡ. кантонында, 1831 й. — Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә; Мөхәмәтйәр М. (1816—?), зауряд-хорунжий (1859). 11‑себашҡ. кантонында хеҙмәт итә; Ибраһим М. (1819—?), урядник (1859). 1859 й. 11‑се башҡ. кантонында йорт старшинаһы. Уның улы И.И.Мутин. М.И.Мутин ш. уҡ М. нәҫеленә ҡарай. М. нәҫеле Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 2‑се киҫәгенә яҙылған (1900).

А.Й.Ильясова, Ә.З.Әсфәндиәров,

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке