МУТАЙЫЛҒА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Мутабаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Мута й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 295 кеше; 1959 — 275; 1989 — 316; 2002 — 295; 2010 — 237 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Петропавловка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар. Ауылға 1920 й. һәм 1925 й. араһында Бөрө кантонында ш. уҡ кантондың Иҫке Ҡаҙансы а. кешеләре нигеҙ һала. 1925 й. 29 йорто булған Матыйылға (Бәләкәй йылға) ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке