МУСА УЛЫЕВ, М. Ә л и е в (1733—?), Крәҫтиәндәр һуғышын‑ да (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ырымбур провинцияһы Сәйет биҫтәһенең сауҙагәр татары. Шул уҡ биҫтәнең старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. окт. ҡушыла, Ырымбур ҡ. ҡамауҙа ҡатнаша. 1774 й. март аҙағында Татищев ҡәлғәһе янында Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылғандан һуң, хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡушыла. А.Т.Соколовты ҡулға алыуҙа ҡатнаша. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. 1775 й. ғин. иреккә сығарыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке